Пенсионер, ФСБ подполковнигы Марс Абдеев "Бельские просторы" журналында үҙенең курьер булып эшләүе, Леонид Брежневҡа башҡорт ҡымыҙын оҙатыуы хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
Ветеран әйтеүенсә, уҙған быуаттың 80-се йылдарында генерал секретарға ҡымыҙҙы даими илткәндәр. 119-сы йылҡысылыҡ заводы һәм "Йоматау" шифаханаһында етештерелгән ҡымыҙ махсус термоста мисәт менән нығытылып, КГБ хеҙмәткәрҙәре тарафынан оҙатылған. Был хаҡта Марс Абдеев: "Термосты "Өфө – Мәскәү" самолеты рейсҡа сығыр алдынан алып киләләр һәм юлда саманын тыш болғанмаһын өсөн махсус урынға урынлаштыралар ине. Курьер өсөн айырым урын тәғәйенләнде. Курьер сифатында беҙҙең күп хеҙмәткәрҙәр йөрөнө", – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша.