Ҡазан ҡалаһындағы “Ҡазан Экспо” халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә “Йәш һөнәрмәндәр” тигән милли чемпионат дауам итә.
Унда илебеҙҙең 85 төбәгенән бөтәһе 1500 конкурсант “Ворлдскиллс” һәм “Ворлдскиллс Юниоры” йүнәлештәре буйынса көс һынаша.
Милли чемпионатта ватандаштарыбыҙ ҙа һынатмай, еңеүҙәр яулай. Бынан тыш 26 сит илдән 152 бәйгесе лә ҡатнаша. Монголия, Япония, Ҡытай, Португалия, Сингапур, Вьетнам, Бөйөк Британия, Бельгия шуға асыҡ миҫал.
Яҡташыбыҙ Зарина Арғынбаева үҫмерҙәр араһында ойошторолған бәйгелә үҙен һынап ҡарай.
Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурс майҙансығы “аҡыллы ҡала” рәүешендә төҙөлгән, әҙ таралған, әммә киләсәге булған ярыш төрҙәренә баҫым яһала.
Конкурста еңеүсе 56 бәйгесе иһә донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.