Республикала 27 майҙан "Мәк-2019" оператив-профилактик сара башлана. Уның маҡсаты – законһыҙ үҫкән мәк сәсеүлектәрен, киндер үләнен асыҡлау һәм юҡ итеү, тәртип боҙған кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу.
Операция 11 октябргә тиклем дауам итә. Республика наркотиктарҙы күҙәтеү хеҙмәте биләмәләр етәкселәрен үҙенең ҡарамағындағы мәк, киндер үҫкән урындарҙы юҡ итеү сараһын күрергә саҡыра. Был талапҡа яуапһыҙ ҡалғандарға яза ҡаралған.