Бер көн редакциябыҙ ишеген ғәҙәти булмаған ҡунаҡ ҡаҡты:
– Шиғыр алып килгәйнем...
Ғәҙәти хәл, тиерһегеҙ, бәлки. Ижад емештәре менән йомарт бүлешкән гәзит уҡыусыларыбыҙ, шөкөр, байтаҡ. Башҡортостандың төрлө райондарынан шиғри хаттар даими килеп тора. Ә бына үҙен Рәзилә Батыршина тип таныштырған авторыбыҙҙы тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында йәшәгән ауылдаштарының яҙмышы борсой икән.
– Ауылда эскелек күренештәре бар. Элек фермаларҙа алдынғы һауынсы булып гөрләтеп эшләп йөрөгән ҡатындарға тиклем хәҙер ошо афәт һаҙлығына сумған. Быны күреп, йөрәк әрней. Яңыраҡ йәшел йылан менән дуҫ булған бер егеткә тыуған көнө айҡанлы шиғыр арнаным да үҙенә уҡып ишеттерҙем. Илап ебәрҙе! “Миңә лә шиғыр арнарҙар икән”, – тине. Ҡатыны һөйләүенсә, бер аҙна инде хәмерҙе ауыҙына алғаны юҡ.
Беҙ бит был донъяла ҡунаҡ ҡына. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ярҙам ҡулы һуҙып, тормошто яратып, ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, төшөнкөлөккә бирелмәй, тирә-яҡтағы кешеләрҙе хөрмәт итеп йәшәйексе. Аҡыллы шағирҙар әйтмешләй, теге донъяла бер-беребеҙгә йөрөргә юлдар юҡ, Ер-әсәнән тыуҙыҡ, Ер-әсә ҡуйынына инеп ятасаҡбыҙ, – тине ул һәм ауылдаштарына, тыуған Ҡарлыманына арналған шиғырын тапшырып сығып китте.
61 йәшлек пенсионер апайҙың яҡташтарының яҙмышы өсөн янып-көйөп йөрөүе, республика баҫмаһы аша мөрәжәғәт итеп, уларҙы дөрөҫ юлға баҫтырырға тырышыуы ҡыуандыра. Үҙенә шиғыр арнағандан һуң эскелектән бер аҙ арынған, беҙгә исеме билдәһеҙ ағай тураһындағы ваҡиға арҡылы шиғри һүҙҙең тылсымлы көсө уйға һала...
Бики күленән һыу эстем дә