Башҡортостандың Архив хеҙмәтенә 100 йыл тулды. Был матур датаны идара хеҙмәткәрҙәре ҙур байрам тантанаһы менән билдәләне. Сара “Торатау” конгресс-холында үтте.
Фойела бик бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолдо. Ул архив хеҙмәтенең тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналды, күптәрҙе архив документтарының виртуаль күргәҙмәһе ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ бында идаралыҡ иғлан иткән шәжәрәләр конкурсына ебәрелгән эштәр ҙә урын алғайны.
Зал тамашасылар менән тулы булды. Бөгөнгө хеҙмәткәрҙәр, ветерандар барыһы ла архив эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған кешеләр ине.
Республикабыҙ тарихын теркәүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов тәбрикләне. Ул Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Радий Фәрит улы архив хеҙмәткәрҙәренең эшен юғары баһалап, киләсәктә лә уңыштар теләгән. Илшат Азамат улы идаралыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә республиканың юғары наградаларын тапшырҙы.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев шулай уҡ архивсыларҙы ҡотланы һәм Дәүләт Думаһы наградаларын тапшырҙы.
Илдә һәм республикала архив хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүе, үҫеүе һәм бөгөнгөһө тураһында Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илфат Ғәлләмов һөйләне.
– Хеҙмәткәрҙәрҙең намыҫлы, ентекле һәм фиҙакәр хеҙмәте арҡаһында республикала бик бай һәм мөһим архив фонды булдырылды. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең төп бурысыбыҙ – архив фондтарын һаҡлау, матди-техник базаны нығытыу, эшкә мәғлүмәт-коммуникация технологияларын индереү. Беҙ быларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, – тине ул.
Республика архивсылары өсөн бик матур һәм сағыу концерт ҡуйылды.