Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 19:11

Милли проект эшсе һөнәр эйәләренә юл аса

Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың иң оҫта парикмахеры булып Иглин районынан Евгения Хафизова танылды. Артабанғы урындарҙы Миәкәнән Нәфисә Рәхмәтуллина менән Өфө ҡыҙы Гүзәл Сәйфуллина бүлеште.

Өфөлә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың иң оҫта парикмахеры булып Иглин районынан Евгения Хафизова танылды. Артабанғы урындарҙы Миәкәнән Нәфисә Рәхмәтуллина менән Өфө ҡыҙы Гүзәл Сәйфуллина бүлеште.


Конкурста ҡатнашыусылар оҫталыҡтарын бер нисә этапта һынаны. Беренсе урын яулаған Евгения Хафизоваға 50 мең һум күләмдә аҡсалата бүләк тапшырылды. Икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн – 30 һәм 15 мең һум.


Сараны үткәреүҙең төп маҡсаты – йәш быуында эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн етештереү һәм хеҙмәтләндереү тармаҡтарында әлеге өлкәләге белгестәргә ихтыяж ҙур ғына.


Был хаҡта мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары менән осрашыуы барышында ил Президенты Владимир Путин да белдергәйне.


“Беҙгә эшсе ҡулдар ғына түгел, ә эшсе һөнәрҙәр буйынса яҡшы әҙерлекле белгестәр етешмәй”, – тигәйне ул. Һөнәри оҫталыҡ конкурстары үткәреү, уларға ярайһы уҡ яҡшы аҡсалата приздар бүлеү ошо йүнәлештә алып барылған эшмәкәрлекте йәнләндереүҙе, эшсе һөнәр эйәләрен дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя.


#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан


Фото: Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: