Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 18:08

Ҡырау төшә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы, һауа температураһының минус 4 градусҡа тиклем түбәнәйеп, тупраҡта ҡырау төшөүе ихтимал, тип иҫкәртә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы, һауа температураһының минус 4 градусҡа тиклем түбәнәйеп, тупраҡта ҡырау төшөүе ихтимал, тип иҫкәртә.


Синоптиктар фаразлауынса, 24 майҙа киске сәғәт 8-ҙән 25 майҙа киске 8-гә тиклем тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Төндә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа, айырым биләмәләрҙә томан төшә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градсҡа тиклем, көндөҙ иһә 11-16 градус йылы була.


Фото: yandex.by
Читайте нас: