“Хәрби йыйын күпме ваҡытҡа һуҙылырға мөмкин? Университетҡа йәки институтҡа уҡырға инһәм, әрме хеҙмәтен кисектереп буламы?
– Хәрби йыйын ике айҙан да оҙаҡ булмай. Ә запастағы граждан өсөн уларҙың оҙайлылығы 12 айҙан артырға тейеш түгел. Юғары уҡыу йортона ингәндәр, ысынлап та, хәрби хеҙмәттән кисектереү хоҡуғынан файҙалана ала. Ошо хаҡта “Хәрби бурыстар һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Законда әйтелә. Әммә был һайланған һөнәр буйынса аккредитацияһы булған университеттың йәки институттың көндөҙгө бүлектәрендә уҡығандарға ғына ҡағыла.
“Йәшәү урыным буйынса даими теркәлмәгәнмен. Шуға эшкә алырҙармы икән?
– Рәсәй Хеҙмәт кодексының 3-сө статьяһына ярашлы, һәр кем үҙенең хеҙмәткә хоҡуғын тормошҡа ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлеккә эйә. Шуға бер кем дә был хоҡуҡты сикләй алмай. Шул иҫәптән һеҙҙең даими теркәлгән йәшәү урынығыҙҙың булмауы ла эшкә алмау өсөн сәбәп түгел. Бынан тыш, ошо уҡ Кодекстың 64-се статьяһында, нигеҙле кире ҡағыу юҡ икән, етәксе хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйыуҙан баш тарта алмай. Ә эшкә алынғанда һәр кем, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 65-се статьяһына ярашлы, кәрәкле документтарҙы күрһәтергә тейеш. Әммә унда граждандың даими теркәлгән йәшәү урынының мөһимлеге тураһында әйтелмәй. Шуға һеҙҙән быны талап итергә тейеш түгелдәр.
“Беренсе ҡатта йәшәйбеҙ, ә беҙҙән лифт өсөн түләргә ҡушалар. Был башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит...
– Йорттағы бар мөлкәтте тәртиптә тотоу – ошондағы фатир хужаларының йәки уны ҡуртымға алыусыларҙың төп бурысы. Был осраҡта ниндәйҙер – беренсе йәки икенсе ҡаттамы – йәшәү иҫәпкә алынмай. Шуға лифт өсөн аҡса түләтеүҙәре законға ярашлы. Был хаҡта Рәсәйҙең Юғары суды 2005 йылдың 26 майында ГКПИ05-588-се ҡарарҙы ҡабул иткән. Ошо турала шулай уҡ Рәсәйҙең Торлаҡ кодексында, Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте ҡарау ҡағиҙәләрендә лә әйтелә.
“Судҡа ирем менән айырылышыу тураһында ғариза яҙғайным. Әммә бер айҙан һуң ғына эште ҡарарбыҙ, тинеләр. Был ваҡыт эсендә ирем бик ныҡ сирләп китте. Ә мин уны тәрбиәләнем һәм ғариза, суд тураһында онотҡанмын. Бер айҙан һуң, беҙ судҡа бармаһаҡ та, ирем менән айырылышыуыбыҙ тураһында белдереү ҡағыҙы килде. Шулай буламы?
– Әгәр процеста ҡатнашыусылар, законға ярашлы, алдан иҫкәртелһә, суд, ир менән ҡатын булмаһа ла, эште ҡарай ала. Өҫтәүенә, бар документтар теүәл тапшырылһа, яҡтар суд ултырышы тураһында иҫкәртелһә, суд үҙе генә лә ҡарар ҡабул итә. Һеҙҙең осраҡта шулай булғандыр.