Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 12:11

Ауыл йәме — инәйҙәр

Хәҙерге заманда ауыл инәйҙәренең йорт алдарындағы эскәмйәләрендә күрше-күләне менән гәпләшеп, йәйрәп китеп ял итеүҙәре лә һирәк күренеш. Әллә ваҡыттары юҡ, әллә донъя мәшәҡәттәре күп, белмәҫһең... Элегерәк ауыл ағинәйҙәренең кисен урамға сығып көтөү ҡайтҡанын күмәкләп ҡаршы алыуы, ара-тирә бала-сағаға өгөт-нотоҡ уҡып, һабаҡ биреүе, хәл-әхүәл һорашыуы ғәҙәти күренеш ине.

Алағуз ауылы ла тәрән тынлыҡ менән ҡаршы алды, оло урамда кеше әҫәре юҡ тиһәк, яңылышҡанбыҙ икән. Оло күркәм йорт алдында иркенләп әңгәмәләшеп ултырған өлкән йәштәге әхирәттәр — Әминә һәм Гөлсөм апайҙар — ут күршеләр булып сыҡты. “Бына “Аҡҡош” ҡошсолоҡ фермаһынан ҡаҙ бәпкәләре алдыҡ әле. Күпме хаҡ менән тиһегеҙме? Һәр береһе — 260 һум. Үҫеп китһәләр, хаҡтарын арттырып ҡаплай улар”, — ти күршеләр. Әминә Ғилманова элекке “Әбдрәзаҡ” совхозының Алағуз бүлексәһендә оҙаҡ йылдар һыйыр һауған. Хәҙер инде ун йыл хаҡлы ялда. Исеме “ял” булһа ла, ауылда пенсионерҙың мәшәҡәте быуа быуырлыҡ икәнен яҡшы беләбеҙ.

Дүрт ҡыҙы ла тыуған ояһынан күптән осоп сығып киткән, хәҙер инде ирле-ҡатынлы Ғилмановтар мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, донъяларын һүндермәй, ауыл йәмен һаҡлай.

“Ашлыҡты өйгә үк килтереп бирәләр. Беҙҙең уңған эшҡыуарҙы — Барый Таһиров тигән уҙаманды ишетеп беләһегеҙҙер. Мал-тыуарға аҙыҡ-фәлән етерлек”, — ти күршеләр.

Ҡуҙғалырға ғына торғанда, Әминә апай йүгерә-атлай беҙҙе ҡыуып етте. “Гәзитегеҙгә яҙығыҙ әле, Алағуз инәйҙәрен дауаларға берәй һылыу фельдшер килмәҫме икән? Ауылдаш­тарыбыҙ бына тигән, егәрле, йомарт үҙҙәре, тәбиғәтебеҙ хайран ҡалырлыҡ. Фельдшерыбыҙҙы өрмәгән ергә лә ултыртмаҫ инек”, — тип уйынлы-ысынлы үтенесен белдерҙе ул.

Әминә апайҙың үтенесен еткерҙек, уның тормошҡа ашаһын теләргә генә ҡала беҙгә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: