Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 12:20

Егет һүҙе бер булыр

“Күтәрелмәгән сиҙәм”дәр йәштәрҙе ҡурҡытмай.

“Күтәрелмәгән сиҙәм”дәр йәштәрҙе ҡурҡытмай.


Уның тураһында һүҙ сыҡҡанда “ут кеүек егет”, “нимәгә тотонһа ла, булдыра”, “бөтә өмөт ошондай тәүәккәл егеттәрҙә инде” тигән һүҙҙәрҙе күп ишеттек. Санкт-Петербург дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған Илья Бәшировтың тыуған яғы Ҡыйғыға ҡайтып төпләнерен көтмәгәйнеләр ҙә шикелле.


Өҫтәүенә, хәләл ефете лә Ленинград өлкәһенән булғас, ҡыйыу, аралашыусан, алдынғы ҡарашлы егеттең сит яҡтарҙы үҙ итәсәгенә шик тә булманы. Ә ул яҡташтарын һөйөндөрөп, өр-яңы идеялар, йәшлеккә хас ҡыйыу хыялдар менән бынан биш йыл элек ҡайтты ла төштө.


Выборг ҡалаһында йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә ең һыҙғанып эшләгән Илья Имаметдин улы, тыуған яғына ҡайтҡас, тап ошо яратҡан эшенә тотона, райондың йәштәр советын етәкләй.


— 35 йәште уҙып, бер аҙ “ҡартайылғас”, район хакимиәтендә белгес булып эш башланым, — ти Илья. — Йәш еттеме, әллә өлгөрөү осорона аяҡ баҫылдымы, белмәйем, кинәт башҡа уй килде: эшҡыуарлыҡҡа тотонорға кәрәк! Ысынлап та, төбәктә әлегә ҡул теймәгән, күтәрелмәгән сиҙәмдәй хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр, башҡараһы ғәмәлдәр етерлек. Ә бит хәҙер эшҡыуарлыҡҡа ҡурҡмай тотоноу өсөн мөмкинлектәр ҙә, программалар ҙа, гранттар ҙа етерлек!


— Беҙҙең ҡолаҡҡа әлегә ятыраҡ тойолған клининг хеҙмәтен асырға нисек баҙнат иттегеҙ?

— Тормош үҙе йүнәлеш бирә, аҡыл өйрәтә ул. Ысынлап та, клининг эшмәкәрлеге ҡалаға ғына түгел, үҫешкән район үҙәктәренә, ҡасабаларға ла үтеп инә башланы. Ремонт үткәрелгән йорттарҙы тәртипкә индереү, күп ҡатлы биналарҙа тәҙрәләр йыуыу, саң һурҙырғыс ярҙамында бина эстәрен таҙартыу, ҡышын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм башҡа бихисап мәшәҡәттәр һәр ерҙә етерлек бит.


— Өҫтәүенә йөҙгә яҡын төрлө тоҡомло һарыҡ үрсетәһегеҙ. Йүнәлеште яйлап ауыл хужалығы тармағына бормаҡсы­һығыҙмы?

— Малсылыҡ өлкәһендә үҙебеҙҙе һынарға ниәтләйбеҙ. Ҡолбаҡ ауылындағы иҫке ферманы ҡуртымға алып, ремонтлап, һыйырҙар аҫрарға иҫәбебеҙ бар.


— Кәләшең Светлана ҡала ҡыҙы булһа ла, ауыл тормошона тартыла. Тынғыһыҙ эшкә тотонорға оҙаҡ күндерергә тура килдеме?

— Юҡсы. Үҙе теләп Башҡортостанға килде, үҙе теләп йәшләй генә миңә кейәүгә сыҡты (көлә). Мин Выборг ҡалаһы эргәһендә әрмелә хеҙмәт иткәндә танышҡанда, ул мәктәптә уҡып ҡына йөрөй ине әле. Хәҙер инде дүрт һәм алты йәшлек ул һәм ҡыҙыбыҙ бар. Ҡатыным “Төньяҡ-көнсығыш клининг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын атҡара, ә үҙем — уның коммерция директоры.


Бына шундай һәр эшкә лә маһир, ҡыйыу йәштәр донъя көтә Үрге Ҡыйғыла. Ҙур итеп, күркәм йорт һалып ингәндәр. Яңыраҡ ҡына парикмахерский асып яҡташтарын ҡыуандырған йәш ғаилә. “Мәшәҡәттәрең көндән-көн артып торғас, йәштәр менән күнекмәләр үткәрергә, спорт менән шөғөлләнергә ваҡытың да ҡалмайҙыр, Илья”, тип үкенес белдереүебеҙгә, ул беҙҙе йәһәт кенә тынысландыра һалды. “Ҡул көрәше буйынса егеттәрҙе күнектереүҙе элеккесә дауам итәм, Үрге Ҡыйғылағы 2-се мәктәп кадеттары менән аҙнаһына ике тапҡыр бушлай шөғөлләнергә лә өлгөрәм”, — тине физкультура һәм спорт буйынса педагог Илья Бәширов. — Был йүнәлештәрҙе бер-береһенән айырмаҫҡа тырышасаҡмын, тормошта ла спорттағы кеүек тиҙлек, етеҙлек, йылғырлыҡ үтә мөһим.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.



Читайте нас: