Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 12:23

Матур кейенеп йөрөү өсөн һыйыр ҡамасауламай

“Алманы ла бишкә бүлеп ашағыҙ”, тип өйрәтәм.

“Алманы ла бишкә бүлеп ашағыҙ”, тип өйрәтәм.


Өй алдында ике “Беларусь” тракторы, ике автомобиль торған хужалыҡ күп балалы Сәйфетдиновтар ғаиләһенеке булып сыҡты. Биш ул әсәһе Резеда Салауат ҡыҙы Алағузға Мәсетленән килен булып төшкән. Абзай урта мәктәбе филиалы булған Алағуз башланғыс белем биреү мәктәбендә 20 йылдан ашыу балалар тәрбиәләй.


— Уҡыусылар һаны кәмегәс, мәктәп бинаһының икенсе ҡатында китапхананан тыш клуб, балалар баҡсаһы урынлашты. Әлегә 14 бала белем ала, киләһе йыл йәнә алтау киләсәк тип һөйөнәбеҙ. Балалар аҙ булһа ла, эшебеҙ ифрат күп, — тип йылмая Резеда Сәйфетдинова. — Бына әле районда үтәсәк “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсына дәртләнеп әҙерләнеп ятҡан көнөбөҙ. Балалар менән тылсымлы әкиәт донъяһына сумып, әҫәрҙе сәхнәләштереп, геройҙар тормошо менән йәшәйбеҙ.


— Башҡа әсәйҙәр менән бергә һиңә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған тантаналы көндө хәтерләйем. Телевидение экраны аша: “Ирем менән биш ул тәрбиәләйбеҙ, ғаиләбеҙгә биш киленемдең аяҡ баҫҡанын көтөп алырға яҙһын тип теләйем. Һәр береһен ҡыҙымдай күреп ҡаршы аласаҡмын”, — тигәйнең. Әлегә килендәр ҙә юҡ, малайҙар ҙа бәләкәй, бөтәһенә нисек өлгөрәһең?


— Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрамай донъя көтөп булмай. Биш һыйыр тотам, һәр малайға бер һыйыр тигәндәй. Һауын аппараты булһа ла, ҡул менән етеҙерәк тә, уңайлыраҡ та кеүек. Иптәшем “һинең ҡулдарың аппараттан тиҙерәк һауа” тип шаяртырға әүәҫ.


Иртә тороп, һәүкәштәрҙе һауып алғас, аш-һыу әҙерләргә тотонам. Аҙаҡ балаларҙы уятып, кейендереп, бере­һен — балалар баҡсаһына, икенсеһен мәктәпкә оҙатаһың. Аҙаҡ сират үҙеңә етә. Йор һүҙле бер апайҙың һүҙҙәренә таянып эш итәм. “Матур итеп кейенеп йөрөү өсөн ҡатын-ҡыҙға һыйыр ҡамасауламай ул”, — ти торғайны. Барыһы ла үҙеңдән тора.


Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Резеданың ире Фиолет котельныйҙа эшләй. Беҙ килгән көндө сиратлап һыйыр көтөүҙә булып сыҡты. Йорт хужалары умарта тота, ҡош-ҡорт, баҡса үҫтерә. Ауыл халҡының мәшәҡәттәре йыл әйләнә­һенә бөтөрлөк түгел. Өфө авиация техникумын тамамлаған оло улдары Ғаяз инде — үҙе оло ярҙамсы. 15 йәшлек игеҙәктәр Илһам менән Ислам да ҡул араһына инеп, ауыл хеҙмәтен татып, эшкә өйрәнеп үҫә. “Улдарым­дың ғүмер буйына әлегеләй бер-береһе менән татыу йәшәүен теләйем, — ти әсә, — бер алманы бишкә бүлеп ашағыҙ, тип өйрәтәм”.


Бына шундай ихлас күңелле, асыҡ йөҙлө Резеда һәм аҙ һүҙле, тыныс холоҡло Фиолет Сәйфетдиновтар ғаиләһе йәшәй Алағузда. Ундайҙар менән ауыл йәмле, донъя матур, киләсәк ышаныслы.


Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.