Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 19:47

Сикте һаҡлар батырҙар бар

Саҡмағош районының Еңеү паркында райондың бөтә быуын сик һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылды.

Фото Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Фото Саҡмағош районы хакимиәте сайтынан.
Саҡмағош районының Еңеү паркында райондың бөтә быуын сик һаҡсыларына һәйкәл ҡуйылды.
Сик буйы ғәскәрҙәре флагын күтәреү хоҡуғы ветеран Салауат Кирәевкә һәм райондың иң йәш сик һаҡсыһы Азат Мостафинға бирелде. Ветеран сик һаҡсылары Вәзих Ихсанов, Венер Ғиләжев, Павел Ивановтар һәйкәлдең япмаһын бергәләп асты.
Район хакимиәте етәкселәре, рәсми ойошма вәкилдәре Сик ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлап, ветерандарға иң яҡшы теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас в