Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 22:56

Йәштәребеҙ имен тормош яҡлы

Әле баш ҡалабыҙҙа “Йәштәр экстремизмға ҡаршы: Бишкәк – Астана – Өфө” форумы бара.

Фото: миамир.рф
Фото: миамир.рф
Әле баш ҡалабыҙҙа “Йәштәр экстремизмға ҡаршы: Бишкәк – Астана – Өфө” форумы бара.
Ул кисә башланды, иртәгә тамамланасаҡ.
Йыйындың маҡсаты – экстремизмҡа ҡарата кире мөнәсәбәт булдырыу, Бишкәк, Астана, Өфө йәштәрен был заман афәтенән ҡурсалау, иҫкәртеү. Сарала Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, геосәйәсәт, хәүефһеҙлек, иҡтисад, хоҡуҡ, этносәйәсәт буйынса белгестәр интенсив-лекциялар, оҫталыҡ кластары уҙғара.
Сараның ойоштороусылары – “Берлек-Единство” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге, өфө дәүләт нефть техник университетының “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тарих һәм көнсығышты өйрәнеү” кафедраһы. Форум Президент гранттары фондының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән аҡсаһы иҫәбенә үткәрелә.
Читайте нас: