Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 00:26

Ағинәйгә – Президент ҡотлауы

Хәйбулла районы республикала оҙаҡ йәшәүселәр һаны буйынса алдынғы урында. Төбәктә йөҙйәшәрҙәр унға яҡын, 90 йәшен билдәләгәндәр ҙә байтаҡ.

Фото: Сәлимә Байгилдина.
Хәйбулла районы республикала оҙаҡ йәшәүселәр һаны буйынса алдынғы урында. Төбәктә йөҙйәшәрҙәр унға яҡын, 90 йәшен билдәләгәндәр ҙә байтаҡ.
Ошо көндәрҙә Степной ауылында йәшәгән Нәфисә Ҡужина олпат юбилейын билдәләне. Уны район хакимиәтенән һәм ауыл биләмәһенән килгән вәкилдәр тәбрикләне.
90 йәшлек ағинәйгә урындағы ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау открыткаһын һәм район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимовтың иҫтәлекле бүләген тапшырҙы.