Ошо көндәрҙә Рәсәй армияһы сафын Әбйәлил егеттәре лә тулыландырасаҡ.
Райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин әйтеүенсә, яҙғы саҡырылышта уларҙан 88 егет хәрби хеҙмәткә алына.
Ватан алдындағы бурысын үтәргә йыйынғандар араһында Әлмөхәмәт МТС-нан Илнур Ғәлин дә бар. Ул армияға ҙур теләк менән барыуын белдерҙе.
“Һәр ир-егет хәрби бурысын теүәл үтәргә, Тыуған илен һаҡларға тейеш. Бер йыл тиҙ генә үтеп тә китер”, – ти Илнур.