Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 16:49

Ҡайҙа һеҙ, мәргән уҡсылар?

Үҙегеҙҙе мәргәнлектә һынап ҡарағығыҙ киләме? Ошондай уй-теләгегеҙ бар икән, 15 июндә “Сарматтар вариҫтары” республика этник-фольклор фестивале сиктәрендә ойошторолған “Сарматтар уҡтары” асыҡ республика турнирына барығыҙ.

Сара Ишембай районында, Торатау буйында үткәреләсәк. Унда ун биш-ун алты йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар, шулай уҡ ирҙәр һәм ҡатындар ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, һыбай килеш уҡ менән атыу бәйгеһе буласаҡ. Еңеүсе 100 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк.

Фото: bashinform.ru
Читайте нас: