Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 13:41

Алмаш үҫә тип ҡыуана

“Стәрлетамаҡ тимер юлы” предприятиеһында булған саҡта хеҙмәт ветераны Николай Зорин һәм уның үҙе кеүек тырыш, эшсән ғаиләһе менән таныштыҡ.

“Стәрлетамаҡ тимер юлы” предприятиеһында булған саҡта хеҙмәт ветераны Николай Зорин һәм уның үҙе кеүек тырыш, эшсән ғаиләһе менән таныштыҡ.


– Бына тигән кеше, беҙҙең өсөн ул атай кеүек. Хаҡлы ялға киткәнсе вагон депоһы локомотивына етәкселек итте. Үҙ эшенең оҫтаһы, дизель ҡулайламаһының төҙөк­лөгөн уның тауышынан уҡ билдәләй ала, – тип маҡтап телгә алды предприя­тиеның баш инженеры Илфат Мусин.Сығышы менән Һамар өл­кә­һенән булған Николай Алек­сандрович 35 йыл ошо предприятиела эшләп, 65 йәше тулғас ҡына хаҡлы ялға киткән. Стәрлетамаҡ ҡала­һына уны яҙмыш үҙе алып килгән тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Йылға техникумын тамам­лағандан һуң Николай Зоринды Өфөгә эшкә ебәрәләр. Баш ҡалала эшләп йөрөгәндә Стәрлетамаҡта тепловоздар ремонтлау буйынса мастер талап ителеүе хаҡында ишетеп ҡала.


– Флотта ла, тепловозда ла двигателдәге көс ҡулайла­малары бер үк, шуға ла мине ҡушҡуллап эшкә алдылар, – ти Николай Александрович.


Шулай итеп, ҡаланы ла, эшен дә оҡшатып, ул Стәрле­тамаҡта төпләнә. Ҡа­тыны Фәниә Ғәбиҙулла ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүҙә­ренә лә 35 йыл ваҡыт уҙған. Татыу ғаиләлә ике бала үҫкән. Оло улдары Сергей, атаһының юлын дауам итеп, предприятиела хәрәкәттәге состав вагондарын ремонтлау буйынса мастер булып эшләй. Уның ҡатыны Гүзәл Рәфис ҡыҙы ла туғыҙ йыл ғүмерен тимер юл хеҙ­мәтенә бағышлаған. Хәҙер уларҙың үҙҙә­ре­нең ике ҡыҙы ла, тимер юлсылар династияһын дауам итеп, ошо йүнәлештә белем алып, әле “Стәрлетамаҡ тимер юлы” предприятиеһында уңышлы эшләп йөрөй. Оло ҡыҙҙары Снежана – дүрт, Александра бер йыл йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу вазифаһында хеҙмәт юлы үтә.


– Беҙҙең эш билдәле ва­ҡыт менән сикләнмәгән, шуға ла көтөлмәгән хәл килеп тыу­ғанда саҡырталар. Биге­рәк тә ҡыш көслө ҡар яуған саҡта тимер юлын һәм стрелка күсереү ҡулайламаһы стан­цияларын ҡарҙан таҙартыуҙы ойоштороу мәле тынғыһыҙ була, – тип хеҙмәт юлын иҫкә ала Николай Александрович.


Бөгөн иһә ул – предприятиела көтөп алынған хөрмәт­ле ҡунаҡ. Үҙенең эшен бала­ларының, ейәнсәрҙәренең дауам итеүенә ҡыуана ул. Зориндар ғаиләһе 65 йылға яҡын хеҙмәт юлын ошо предприятиеға бағышлаған. Тимәк, Николай Зориндың фиҙакәрлеге бушҡа китмәгән, ул яҡындарында үҙенең эшенә хөрмәт, абруй ҡаҙандырыуға өлгәшкән.


Автор фотоһы