28 май Өфөләге бала табыу йорттарының береһендә булған бәхетһеҙ осраҡ тураһында хәбәр иткәйнек. Унда туғыҙ айлыҡ ауырлы ҡатын бишенсе ҡаттағы тәҙрәнән һикергәйне. Сабыйҙы табиптар ҡотҡара алманы, ул шунда уҡ йән биргәйне. Ә ҡатынды дауаханаға алып киткәйнеләр.
Бөгөн күңелһеҙ хәбәр килде: 38 йәшлек ҡатын да реанимацияла үлгән. Табиптар мөмкин булғандың барыһын эшләһә лә, ҡатын бик күп ауыр тән йәрәхәттәре алған. Хәбәр итеүҙәренсә, ул психик сир менән ауырыған.