Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 02:07

"Һеҙҙә боҙом бар"

Өфөлә була был аяныслы хәл.

Фото: robertharding.com
Фото: robertharding.com
Өфөлә була был аяныслы хәл.


Совет районында йәшәгән 75 йәшлек ҡатынға күршеһе домофондан шылтыратып, бүлмәһенә кеше индереү-индермәүе менән ҡыҙыҡһына. Ыңғай яуап алғас, фатирға ике ҡатын керә. Улар шунда уҡ әбейҙә боҙом булыуын "күрә" һәм өшкөрөргә кәрәклеген әйтә. Бының өсөн барлыҡ аҡсаһын һорап алып, гәзиткә урап, тейешле "йола"ны башҡаралар. Аҙаҡ аҡсаны ике көнгә шкафҡа һалып ҡуйырға ҡушалар.

Бер сәғәттән һуң ҡатын үҙенә килә һәм төргәкте алып ҡарай. Ә уның өсөндә 200 мең аҡса урынына салфеткалар ғына ятҡан була.


Әлеге хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, уғрыларҙы эҙләйҙәр. Полиция хеҙмәткәрҙәре таныш булмаған кешеләргә ишек асмаҫҡа, уяу булырға саҡыра.
Читайте нас в