Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөрйәндә үткән һабантуйға юғары баһа бирҙе.
Уның фекеренсә, урындағы властың бурысы – был байрамды халыҡ ял итерлек, үҙен уңайлы тойорлоҡ итеп үткәреү.
Радий Хәбиров шулай уҡ сарала алкоголь һатыуҙы тыйыуына бәйле аңлатма бирҙе.
“Республика халҡы быға өйрәнәсәк. Һабантуйҙа йәш быуындың күп икәнен дә оноторға ярамай. Бөрйәндә әле Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан балалар һабантуйы уҙғарылды. Кәйефем яҡшы – бында яҡты күңелле кешеләр йәшәй”, – тине Радий Фәрит улы.