Әбделмәмбәт халҡы спорт һөйөүе, үҙҙәрендә төрлө ярыштар үткәреүе менән киң билдәле. Әммә уларҙа бығаса махсус шөғөлләнеү урыны юҡ ине.
Быйыл иһә ауылда спорт комплексын проектлау башлана. 2020 йылда – төҙөлөш. Урындағы мәктәпте ҡарағас, республика етәксеһе Радий Хәбиров шундай күрһәтмә бирҙе. Спорт ҡоромаһын төҙөүҙең уртаса хаҡы 10 миллион һум тип баһалана.
Ауыл мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев Радий Фәрит улына уҡыусыларҙың спорт буйынса уңыштары хаҡында һөйләне. Улар араһында күптәр – полиатлон, еңел атлетика, йөҙөү буйынса республика йыйылма командаһы ағзалары. Мәктәптең шулай уҡ хоккей командаһы бар, ауылда йыл да Ҡышҡы Ҡыпсаҡ уйындары үтә.
“Беҙҙең балалар хатта керлинг уйнай. Бының өсөн инвентарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, – тип һөйләне директор. – Йәштәребеҙ бик әүҙем, спорттың күп төрө менән шөғөлләнә”.
Мәктәптә робот техникаһы класы ла бар, 3D-принтер һәм башҡа ҡорамалдар алғандар. Уҡыусылар йыл да был йәһәттән республика конкурстарында ҡатнаша, күп тапҡыр призер булып танылған.
“Ауылығыҙ матур. Йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалыуы, тыуымдың артыуы айырыуса ҡыуандыра”, – тине Радий Хәбиров.
Урындағы халыҡ республика етәксеһе менән аралашыу барышында юлдарға асфальт һалыу, ауылға газ үткәреү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Радий Фәрит улы тейешле ведомстволарҙың был мәсьәләне иғтибарға аласағын әйтте.