Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2019, 16:01

Ниһайәт...

Киләһе йыл, ниһайәт, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ Ағиҙел күпере файҙаланыуға тапшырыла.

Олег Яровиков.
Олег Яровиков.
Киләһе йыл, ниһайәт, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ Ағиҙел күпере файҙаланыуға тапшырыла.
Билдәле булыуынса, төҙөлөш өс йыл башланғайны. Эш графиктан күпкә артта ҡалды, өҫтәүенә район хакимиәте менән подрядсы араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙы. Контракт өҙөлдө, күперҙе яңы подрядсы төҙөйәсәк.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа был эштең тамамланыуға табан барғаны хаҡында һөйләне. Әлегә урындағы халыҡ йәйәүлеләр өсөн ағас күперҙән файҙалана.
Читайте нас