Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2019, 19:59

Балаларҙың шат тауышы тынмаһын

Тап шундай теләк белдерҙе байрамды ойоштороусылар. Гүйә, йәйҙе балаларҙың шат көлөүе, уларҙың ихлас йылмайыуы, рәхәтләнеп уйнауы килтерҙе.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Тап шундай теләк белдерҙе байрамды ойоштороусылар. Гүйә, йәйҙе балаларҙың шат көлөүе, уларҙың ихлас йылмайыуы, рәхәтләнеп уйнауы килтерҙе.


Баймаҡ ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт паркында көн буйы йыр-моң, уйын-көлкө, кескәйҙәрҙең шат тауыштары яңғырап торҙо. Бында балалар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам ойошторолдо. Сара бер нисә майҙанда бер юлы барҙы: кемдер спорт ярыштарында ҡатнашһа, икенселәр оҫталыҡ дәресе алды. “Алло, беҙ таланттар эҙләйбеҙ!” конкурсында ҡатнашыусылар бигерәк күп булды – һәр бала үҙенсә талантлы.


Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сарала ата-әсәләр комитеты, атайҙар ҡоро, “Өмөт” клубы ағзалары, тәрбиәгә алынған балалар һәм башҡалар ҡатнашты. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ойошторолған һабантуйҙа һәр кем үҙенсә күңел асты, кәйефен күтәрҙе, йырлап-бейене.


Йәйге каникулды малай-ҡыҙҙар яҡты, сағыу тәьҫораттар менән ҡаршы алды, яңы дуҫтар тапты.
Читайте нас: