Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 15:32

463 кеше һәләк булған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, һуңғы биш йыл эсендә республикала 463 кеше һыуға батып үлгән. Уларҙың 49-ы – балалар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, һуңғы биш йыл эсендә республикала 463 кеше һыуға батып үлгән. Уларҙың 49-ы – балалар.


Башлыса Мәләүез, Учалы һәм Белорет райондарында баталар. Статистикаға ярашлы, кешеләрҙең 47 проценты ¬- күлдәрҙә, карьер һәм быуаларҙа, 53 проценты йылғаларҙа бата. Һәр алтынсы фажиғә Ағиҙелдә теркәлә.


Һыуҙағы үлемдәрҙең сәбәбе: ҡулайлаштырылмаған урындарҙа һыу инеү, иҫерек килеш һыуға төшөү һәм балаларҙың өлкәндәр ҡарауынан тыш һыу инеүе.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йылға-күлдәрҙе ҡулайлаштырылған пляждар менән тәьмин итмәгән муниципалитет етәкселәренә һәм үлем осраҡтары айырыуса күп теркәлгән райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына фажиғә сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.


Читайте нас: