Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 11:55

Төҙөк ерҙә йәшәү ҙә күңелле!

“Бындай ремонттың булғаны юҡ ине”, – ти күп фатирлы йортта йәшәүселәр.

“Бындай ремонттың булғаны юҡ ине”, – ти күп фатирлы йортта йәшәүселәр.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы башланған “Күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһына мәсетлеләр ҙә әүҙем ҡушылған. Әлеге ваҡытта Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡта “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан 14 подъезда төҙөкләндереү эштәре алып барыла.
Беҙ барғанда Тракт урамындағы 3-сө йортта ремонттың иң ҡыҙған ваҡыты ине. Төҙөүселәр подъезд стеналарын тулыһынса яңыртып тигеҙләгән, евротәҙрәләр ҡуйған, подъезд ишеген алмаштырған.
Йорт буйынса яуаплы Ольга Топычканова бында 38 йылдан ашыу ғүмер итә.
– Күпме йәшәп, бер ваҡытта ла бындай ремонттың булғаны юҡ ине. Башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәтбеҙ, шул тиклем ипле, матур эшләйҙәр. Беҙҙең подъезда йәшәүселәр элек-электән әүҙем, үҙ-ара дуҫ, шуға күрә әлеге программа тураһында ишеткәс, иң тәүгеләрҙән булып ғариза яҙып тапшырҙыҡ. Ғөмүмән, йорт-еребеҙҙе һәр саҡ таҙа, төҙөк тоторға тырыштыҡ. Хәҙер, подъезыбыҙ өр-яңы төҫ алғас, тағы ла һаҡсылыраҡ бағып, ҡарап ҡына торасаҡбыҙ. Төҙөк, матур ерҙә йәшәү ҙә күңелле, – ти Ольга Михайловна.
Йорт милекселәре вәкиле булараҡ, ул “Тепловик” йәмғиәте етәкселегенә күршеләренең теләген еткерҙе – подъезд стенаһын буяғанда үтә ҡырҡыу еҫле буяу ҡулланмауҙарын һораны. Йәмғиәт директоры Алмаз Хәйретдинов һәр эште башҡарғанда йорт хужаларының фекере иҫәпкә алыныуы хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ программа буйынса бушлай ҡаралмаған эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеге тураһында ла аңлатма бирҙе.
Беҙҙең менән бергә эш барышын ҡарарға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин да барғайны. Фатир хужалары Әнис Ҡасим улына үҙҙәренең теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе, борсоған һорауҙарын бирҙе. Күптәр, ниһайәт, район үҙәгендәге ҡатлы йорттарға иғтибар бирелеүгә рәхмәт белдерҙе.
– Оло Ыҡтамаҡтағы күп фатирлы йорттарҙа 102 подъезд иҫәпләнә, әлегә, әйтеп үтеүебеҙсә, уларҙың 14-е ремонтлана. Артабан да был йүнәлештә эштәр дауам итәсәк, – тип һөйләне хакимиәт башлығы. – Подъездарҙы ремонтлау менән бер рәттән “Башҡорт ихаталары” республика программаһын тормошҡа ашырыуға тотонасаҡбыҙ. Уның барышында квартал эсендәге юлдарҙың асфальт ҡатламы яңыртыласаҡ, машина ҡуйыу урындары буласаҡ, юл һәм тротуар бордюрҙары ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары