Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 20:59

Аферисты тотҡандар

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһы оперативниктары, Пенза өлкәһенән коллегелары менән берлектә бер нисә мутлашыуҙа ғәйепләнгән 32 йәшлек Татарстан Республикаһы кешеһен ҡулға алған. Тәфтишселәр фаразы буйынса, ир ялған паспорт файҙаланып, кредит алып йөрөгән.

Мәҫәлән, енәйәтсе Өфөлә ике магазинда 180 мең һумлыҡ ике смартфон алған. Бер аҙҙан банк хеҙмәткәрҙәрен алдап, 320 мең һум күләмендә кредит картаһына эйә булған. Шулай итеп, дөйөм зыян күләме - 500 мең һум.

Был ойошмалар документтың төп нөсхәһе булыуына шик тыуғас ҡына полицияға мөрәжәғәт итә.

Ҡулға алынған ир алдан хөкөм ителгән булған, әле лә ул енәйәт ҡылыуын таныған. Уғрының һүҙҙәренсә, паспортты интернет аша һатып алған. Ирҙе Һамар, Пенза һәм Ульянов өлкәләре биләмәһендә ҡылынған енәйәттәргә ҡатнашлығын тикшерәләр.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мутлашыусыларҙың ҡорбаны булғандарҙы: 8 (347) 279-35-82, 279-47-91 телефондарына (ведомствоның Енәйәтте эҙәрлекләү идаралығына) хәбәр итеүен һорай.

Фото: БР Эске эштәр министрлығынан.
Читайте нас: