Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 20:16

Күркәмләнә ҡалалар

Быйыл Башҡортостанда 142 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерәсәктәр. Был маҡсатта федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙан 1,52 миллиард һум аҡса бүленә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” проектына ярашлы 63 муниципалитетта скверҙар, парктар һәм яр буйҙары яңыртыласаҡ.

Әлеге мәлдә эштәр 19 урында башланған да инде. Мәҫәлән, Бөрөлә “Умникум” ТОК-үҙәге биләмәһе төҙөкләндерелә. Бында яңы уйын һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, парковка урындары эшләнәсәк.

Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркы менән “Тулҡын” скверы ла яңыртылыуын дауам итә. Был биләмәләрҙә шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ, йәйәүлеләр һәм йүгереүселәр өсөн һуҡмаҡтар, ял зонаһы эшләнәсәк, йәшелләндереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү башҡарыласаҡ.

Фото: goru.travel