Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 23:36

“Рәсәй почтаһы” менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн үтә мөһим"

Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй почтаһы”ның генераль директоры Николай Подгузов менән осрашты.

Фото: glavarb.ru
Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй почтаһы”ның генераль директоры Николай Подгузов менән осрашты.


Һөйләшеүҙә республика биләмәһендә почта элемтәһен үҫтереү, хеҙмәтләндереү төрҙәрен киңәйтеү, заман технологияларын индереү мөмкинлектәре ҡаралды. “Рәсәй почтаһы”, мәҫәлән, Башҡортостанда автоматлаштырылған ҡеүәтле логистик үҙәк төҙөргә ниәтләй.


Төбәк етәксеһе почта учреждениелары эшенең юғары социаль әһәмиәтен билдәләне. Уларҙың күбеһе ауылдарҙа урынлашҡан.


“Рәсәй почтаһы” менән хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн үтә мөһим. Республикала почта селтәре ныҡлы үҫешкән. Шулай ҙа бындай учреждениеларҙың 500 самаһы килем килтермәй, әммә компания уларҙы ҡарап тора. Ошондай социаль яуаплылыҡ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ һеҙҙең мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Һәм, әлбиттә, республикала заманса логистик үҙәк төҙөү буйынса һуңғы ҡарарығыҙҙы көтәбеҙ. Был эш төбәктә почта элемтәһен үҫтереүгә яңы һулыш бирәсәк. Республика халҡы өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, хеҙмәтләндереү сифаты артасаҡ”.


Осрашыу һуңында Радий Хәбиров менән Николай Подгузов Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәй почтаһы” араһында бәйләнеште камиллаштырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.