Енәйәтселәрҙең Өфө янындағы Зубов ауылындағы йортҡа төшөп, 20,5 миллион һум аҡса урлағандарын яҙғайныҡ инде.
Интернетта бурҙарҙың был ҡылығын төшөргән видеояҙма барлыҡҡа килде. Унан күренеүенсә, уғрылар бирсәткәләрҙә эш итә, ҡулдарында ҙур спорт сумкалары.
Яҙманы өйрәнеп, полиция 25-30 йәшлек славян ҡиәфәтле ике ир-егетте эҙләй. Ә йорт хужалары енәйәт тураһындағы мәғлүмәтте хәбәр итеүселәргә бүләк вәғәҙә итә.