Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 15:59

Шамонинға ҡотҡарыусылар килде

Ошо көндәрҙә Өфө районында “Ҡотҡарылған ғүмерҙәр” акцияһы нигеҙендә махсус сара үтте.

Ошо көндәрҙә Өфө районында “Ҡотҡарылған ғүмерҙәр” акцияһы нигеҙендә махсус сара үтте.


Шамонин ауылындағы мәктәп биләмәһендә ҡотҡарыусылар балаларҙы авария-ҡотҡарыу ҡорамалдары менән таныштырҙы.


Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡытыу-методика үҙәге уҡытыусылары зыян күргәндәргә тәүге ярҙам күрһәтеү тәртибен һәм алымдарын өйрәтте. Бынан тыш, улар “112” системаһына шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге белгестәре менән берлектә йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса викторина үткәрҙе һәм еңеүселәргә бүләк тапшырҙы. Янғын һүндереүселәр сарала ҡатнашыусылар өсөн янғын һүндереү ҡорамалдары ҡулланылған тамаша ойошторҙо.


Ҡотҡарыусылар балаларға фажиғәгә осраған машинанан кешеләрҙе ҡотҡарыу алымдарын өйрәтте. Кинологтар иһә эттәр менән цирк трюктары күрһәтте. Сара балаларҙа ла, өлкәндәрҙә лә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Фото: Ксения Калинина.