Быйыл 19 августа “Һөткә – юл!” автойөрөшөнә старт бирелә.
Унда 50 автомобилдә 150 кеше Киров өлкәһе, Удмурт һәм Башҡортостан республикалары буйлап сәйәхәт итәсәк. Сарала ҡатнашыусылар төбәктәрҙең алдынғы малсылыҡ хужалыҡтары һәм эшкәртеү предприятиелары менән таныша.
Автойөрөш 22-23 августа республикабыҙҙа булып, уның сәфәре 24-ендә Өфөлә “Һөт иле” фестивалендә тамамланасаҡ.