Хужалыҡтарҙа ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү башланды. "Гостехнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов был осорҙа техника менән эш иткәндә барлыҡ талаптарҙы үтәргә, һаҡ булырға саҡырҙы, сөнки әленән-әле кәйефте ҡырған хәлдәр булып тора.
Мәҫәлән, йыл башынан республиканың ауыл хужалығы тармағында 52 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Унда 32 кеше йәрәхәтләнгән, 17 кеше һәләк булған.