Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 22:22

Табип ҡыҙ табылды

Кисәге атышта яраланған ҡатынға беренсе ярҙам күрһәткән табип ҡыҙ табылды. Ул Малаяҙҙан Виктория А. булып сыҡты.

Кисәге атышта яраланған ҡатынға беренсе ярҙам күрһәткән табип ҡыҙ табылды. Ул Малаяҙҙан Виктория А. булып сыҡты.


Асыҡланыуынса, Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының гинекология бүлегендә хеҙмәт иткән белгес яңыраҡ ҡына Өфөгә күсеп килеп, ҡалалағы медицина учреждениеларының береһендә эш башлаған.


Кисә Виктория Өфө янындағы ауылда йәшәгән ата-әсәһенән ҡайтып килгән булған. Атыу тауышын ишетеү менән машинаһын туҡтатып, ваҡиға урынына юлланған.
“Һөнәрем буйынса акушер-гинекологмын. “Ашығыс ярҙам”да эшләү тәжрибәм дә бар. Шуға ла яралы ҡыҙға ярҙам итергә ашыҡтым”, – тигән ул.


Әйткәндәй, Виктория машинала яңғыҙ булмаған. Янында ағаһының ҡатыны ла ултырған. Табип ҡыҙ уға ҡәтғи рәүештә автомобилдән сыҡмаҫҡа ҡушҡан, сөнки хәлдең ҡурҡыныс икәнен шунда уҡ аңлаған.


Викторияға кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн дәртләндереү сараһы ҡаралыр тип көтөлә.