Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июнь 2019, 14:47

“Асыҡ регистратура” һәр кемгә асыҡ

Республикала йылдан-йыл дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты арта. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында ла ошо йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Республикала йылдан-йыл дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты арта. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында ла ошо йәһәттән ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.


Былтыр көҙ “Һаҡсыл поликлиника” программаһы сиктәрендә “Асыҡ регистратура” проекты ғәмәлгә ашырылған. Ул поликлиникаларҙа сиратты кәметеү маҡсатында булдырылған. Регистратура иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, халыҡты һигеҙ тәҙрә хеҙмәтләндерә. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым тәҙрә ҡаралған. Бөгөн Салауат районы халҡы, уның уңайлылығына инанып, ҙур һөйөнөс кисерә.


Проектты тормошҡа ашырыуға урындағы эшҡыуарҙар ҙур көс һалған. Әлбиттә, үҙәк район дауаханаһы ла аҡса бүлгән. Төҙөлөштө һәм биҙәкләү эштәрен Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы үҙ көсө менән башҡарып сыҡҡан.


Нимәһе менән уңайлы ул? Иң беренсе, әлбиттә, пациенттың медицина хеҙмәткәре менән аралашыуы өсөн ике аралағы ҡаршылыҡтың һәм бер-береңдең үксәһенә баҫып килгән сираттың юҡлығы менән отош­ло. Пациенттар электрон инфоматта талон ала ла саҡырғандарын көтөп ултыра.


Регистратурала электрон идара итеү системаһы ҡуйылыуы сиратты ғына кәметеп ҡалмаған, ә заман менән бергә атлаған медицина учреждениеһының абруйын да күтәргән. Ошонда уҡ банкоматтар ҙа урын алған, был түләүле хеҙмәттәргә яҙылған пациенттар өсөн үтә отошло.


Яңыса технологиялар пациенттарҙы табипҡа ҡабул итеүгә алдан яҙылыу һәм теркәү өсөн дә яҡшы. Бынан тыш, өйгә табип саҡыртыу, мәғлүмәтте, шул иҫәптән карталарҙы ваҡытында биреү йәһәтенән медицина хеҙмәткәрҙәренең дә эш шарттары яҡшыра. Дежур администратор килеүселәргә кәрәкле консультация бирә. Пациенттар өсөн шулай уҡ көтә торған урын булдырылған. Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге, киләсәктә лә ауырыуҙарға, шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәргә уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш артабан да дауам итәсәк, тип белдерҙе.
Читайте нас: