Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 00:35

Өс районда һабантуй ваҡыты үҙгәрҙе

Башҡортостандың өс районында һабантуй үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостандың өс районында һабантуй үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе. Тейешле указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, милли байрам Белорет районында – 15 июндә, Салауат һәм Ишембай райондарында 29 июндә үтә.
Билдәле булыуынса, республикала һабантуйҙар быйылдан, Радий Хәбировтың тәҡдиме менән, алкоголһеҙ уҙғарыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының 30 майҙа ҡабул иткән законына ярашлы, һабантуйҙарҙа, Йәштәр һәм Белем көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды.


Быйыл республика һабантуйҙарына 1 июндә Бөрйән районында старт бирелде. Байрамда республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.
Читайте нас