Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2019, 13:46

Йәнә аҡса урлағандар!

Ҙур суммала аҡса урлау республикала “мода”ға инеп китте, ахыры. Сираттағы осраҡ Мәләүез районында булды.

Ҙур суммала аҡса урлау республикала “мода”ға инеп китте, ахыры. Сираттағы осраҡ Мәләүез районында булды.


Бер коммерция ойошмаһының экспедиторы йөк машинаһында 450 мең һум аҡса ҡалдырып сыға. Бының менән 36 йәшлек Новосибирск кешеһе, уның 37 һәм 29 йәшлек әшнәләре оҫта файҙалана: машинаның йоҙағын емереп, аҡсаны кеҫәләренә һала. Тик әллә ни йыраҡ ҡасып өлгөрмәйҙәр. Полиция менән “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәре уларҙы енәйәт урынында ҡулға ала.


Енәйәтселәр йөрөгән автомобилде тикшергәндән һуң, унда 650 мең һум аҡса, банк карталары, яҙыуҙар менән блокнот, төрлө эш ҡоралдары табыла. Әйткәндәй, ҡоралдарҙың барыһы ла тиерлек автомобилдәрҙе емереүгә тәғәйенләнгән: асылмалы бысаҡ, тимер штык, ҡаҙаҡ һурғыс, игәү, отвертка һәм автосигнализация кодын ватыр өсөн сканер.


Әлеге мәлдә ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтына алынған. Полиция хеҙмәткәрҙәрҙәре төркөмдөң башҡа автомобилдәрҙән урлау осраҡтарына ҡағылышын тикшерә.


Фото: resbash.ru
Читайте нас: