Һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа фажиғәләрҙең йыш теркәлеүе берәүгә лә сер түгел.
Берәүҙең әжәле уттан, берәүҙең – һыуҙан, тиҙәр. “Яҡташыбыҙ һыуға батып үлгән” тигән хәбәрҙе, уның менән яҡындан таныш булғас, ныҡ ауыр кисерҙек. Физик сәләмәтлеген, егәрле булыуын, айыҡ тормош алып барыуын, өлгөлө ғаилә башлығы икәнен һәм башҡа ыңғай сифаттарын белгәнгә күрә, күңелгә шул тиклем ауыр ине.
Йәйге селлә башланған ғына саҡ. Эштән һуң Өфө янында, Ағиҙел йылғаһында, иптәштәре менән һыу инергә уйлағандар. Һүҙ ҙә юҡ, халыҡ был урынға күп йыйыла. Тәүҙә барыһы ла яҡшы барған, кемеһелер, уның бер урында оҙаҡ әйләнеүен күреп, ҡулын һелтәүен генә шәйләп, шул яҡҡа ашыҡҡан. Дуҫы килеп етеүен-еткән, әммә уны ҡотҡарырға өлгөрмәгән. Мәйетте өс көндән һуң ғына тапҡан ҡотҡарыусылар. “Егет айныҡ булған, көҙән йыйырмаған, аяҡтары ауға сырмалғас, ҡотола алмаған”, – тип врачтар һығымта сығарған. Әгәр ҙә улар рөхсәт ителгән урынға килһәләр, барыһы ла һәйбәт тамамланыр ине лә бит. Ҡыҙғаныс, ике улы, бер ҡыҙы тороп ҡалды, һөйгәне менән пар күгәрсендәй татыу йәшәп ятҡанда, бәлә йорт ҡапҡаларын шаҡыны. Хәҙер балалар атайһыҙ үҫә, кәләше тормош ауырлығын япа-яңғыҙы күтәрә. “Тормош – диңгеҙ, ғүмер аҡҡан һыу, был турала ишеткәс, аяҙ көндә йәшен атҡандай булды, күпме ваҡыт үтһә лә, юҡһыныу көсәйә генә”, – ти тол ҡатын.
Республикабыҙҙа һыу инеү миҙгеле йыл да, ғәҙәттә, 1 июндә асыла. Бының өсөн алдан рөхсәт ителгән пляждар тулыһынса тәртипкә килтерелгән, социаль селтәрҙәрҙә аңлатыу эштәре алып барыла, уларҙа ҡотҡарыусылар хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә дежурға ҡуйылған, ҡотҡарыу тәгәрмәстәре хәстәрләнгән, “һыу инеү урыны” тигән яҙыу ҡуйылған.
Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле лә, быға хәтлем дә көндәр әллә ни йылы тормаһа ла, халыҡ яр буйында күренгеләй, ҡотҡарыусылар катерҙарҙа дежурлыҡҡа ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта халыҡ тыйылған урындарға ла күпләп ағыла. “Рөхсәт ителгән ерҙә барыһы ла тәртиптә, тип уйларға иртәрәк. Ҡотҡарыусылар йылға уртаһына, ағым ныҡ көслө урынға йөҙөп китеүселәрҙе ҡат-ҡат бороуға ҡарамаҫтан, ҡайтанан хәүефле урынға ынтылыусылар табылып ҡына тора. Улай ғына ла түгел, сумыусылар өсөн борсола улар. Шундай “тәүәккәл” ирҙе саҡ айнытып алдылар, һуҡмыш көйөнсә ял иткән”, – тип һөйләй Баш идаралыҡ хеҙмәткәре.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һуңғы биш йылда Башҡортостанда 463 кеше һыуға батып үлгән, шул иҫәптән 49 бала. Был – рәсми мәғлүмәттәр, ә эҙһеҙ юғалыусылар араһында һыуға батыусыларҙың күпме икәне тураһында аныҡ ҡына һандар юҡ, тик фараздар ғына “йәшәй”.
Шуны беләм, ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәгәндә, бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазаға тарымаясаҡһың.
Волга буйы федераль округында Башҡортостан, Һамар һәм Ульяновск өлкәләренән ҡала, һыуға иң әҙ батыусылар төбәге исемлегенә индерелгән. Шул да иғтибарға лайыҡ, һыу инеү миҙгеле башланмаҫ борон уҡ Өфө районының күлендә һәм Ағиҙел йылғаһында (Өфө ҡалаһы) ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Тағы ла бер үҙенсәлекле мәғлүмәт: кешеләрҙең 53 проценты – йылғаларҙа, ә ҡалғаны һыу һаҡлағыстарҙа, быуаларҙа, күлдәрҙә һәм карьерға тулған һыуҙа фажиғәгә тарый. Ни өсөн тәүгеһендә икәне аңлашыла, кешене ағын тәрәнгә алып китә, шулай уҡ тап унда өйрөлтмәк төпкә һөйрәй.
Белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ундай сетерекле мәлдә арҡаға ятыу – иң отошло алымдарҙың береһе, үҙеңде үҙең ҡотҡарыуға ҙур аҙым ул.
– Бәләгә тарығандар ярҙам һорап ҡысҡыра, ҡулдары менән һелтәнә, ҡыҫҡаһы, үҙенә иғтибарҙы көсәйтергә тырыша, тип уйлап күптәр тәрән яңылыша, – тип һөйләй ҡотҡарыусы Вадим Әлмөхәмәтов. – Был һис кенә лә улай түгел, афәт шул тиклем тиҙ һәм тыныс бара. Һөрән һалырға ла өлгөрмәйҙәр, ул кеше, әйтерһең дә, бер урында әйләнеп йәки өйөрөлөп уйнай. Әҙәм балаһы күп осраҡта ғауғаға бирелеү арҡаһында һәләк була.
Башҡортостан хозур тәбиғәте менән танылған. Артылам тигәндәргә бейек тауҙары күп, урманы шаулап үҫә, йылға-күлдәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Республикабыҙҙа 12 мең тирәһе йылға, яҡынса 2 700 күл һәм быуа иҫәпләнә, һыу һаҡлағыстар ҙа етерлек. Йәйҙең өйө күп, тигәндәй, күңелле миҙгелдә халыҡ күпләп ҡырға тартыла. Айырыуса әле инеш-йылға буйҙарында йәнлелек тә, шау-шыу ҙа күҙәтелә.
Һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа фажиғәләрҙең йыш теркәлеүе берәүгә лә сер түгел. Иҫерек килеш кәйеф-сафа ҡороусылар үлем менән осраша, шулай уҡ өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында ла бала-саға бәләгә тарый. Хеҙмәттәшем белдереүенсә, улар ял итеү маҡсатында ғаилә дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағына сыҡҡан. Ҡурылған ит әҙерләү өсөн тиҙ генә усаҡ яғып ебәргәндәр, аҡыртып музыка уйнатҡандар. Өҫтәл янында тостар әйтелгән, бер-береһен һыйлашыуҙар, маҡтауҙар туҡталмаған. Бер ваҡыт балаларҙың тып-тын ҡалыуы кемделер һағайтҡан, ысынлап та, сыр-сыу килгән ҡыҙ һәм малайҙар һыуға төшкән балта кеүек юҡҡа сыҡҡан. “Ҡайҙа китте, ҡайҙа булды?” тип һорашҡанда ла ауыҙҙарына һыу уртлаған шикелле өндәшмәгәндәр, аҙаҡтан ғына берәү “серҙе сискән”. Баҡтиһәң, иптәштәренең һыуға ағып китеүен күреү менән бүтәндәр ағастар араһына боҫҡан, ҡурҡыштарынан инде. Шулай итеп, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында күңел асыу фажиғә менән тамамланған. Юҡтан ғына ғүмерҙәрҙең өҙөлөүе бик ҡыҙғаныс...
Ут менән һыу – телһеҙ яу. Күперҙән, ағастан, ярҙан һикереү ҙә үлемгә килтерә. Күпме кеше тамырға, ташҡа, тимергә башы менән бәрелеп шунда уҡ йән бирә.
Маңлайыңа яҙылғанын күрмәй сараң юҡ, тиҙәр. Булған хәл. Йәш әсәгә сиған ҡатыны мунса япрағы шикелле йәбешкән бит. “Әйҙә, күрәҙәлек ҡылам, әйҙә, һылыуҡай, үкенмәҫһең...” – тип артынан ҡалмай таҫма телләнгәс, усын асып күрһәткән теге ҡатын. Ҡыҫҡаһы, балаһын һыуҙан ҡурсаларға ҡушҡан, уның үлеме һыуҙан булырын әйткән саҡырылмаған ҡунаҡ. Хужабикәнең күңелен шом баҫҡан, йоҡоһо ҡасҡан, ғәзиз кешеһен үҙенән бер аҙым да ҡалдырмаған. “Яҡын-тирәлә бәләкәй йылға ла, күл дә юҡ, ниңә борсолорға?!” – тип үҙен тынысландырған. Ысынмы-бушмы, өс йәшлек малай бүҫкә итеп ҡойолған күнәккә башы менән тығылып ҡына йән биргән...
Ни өсөн кеше һыуға бата? Ошо турала уйланмағандар һирәктер. Балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙымдың атаһы менән әсәһенә һорауҙары бик күп. Мәҫәлән, бер көн асфальттағы күгәрсенде тотам тигәндә ҡошсоҡтоң һауаға күтәрелеүенә ғәжәпләнеп, эх, мин дә осһам ине, тип хыялланды. “Ҡанаттар ҡоштарҙа ғына, ә беҙҙә – ҡулдар”, – тип әйттек. Барыбер үҙенекен тыҡыны, хатта ҡулдарын йәйеп осорға маташты. Ә йәнһүрәт ҡарағанда, балыҡтарҙың ҡулы ҡайҙа тип төпсөндө. “Күгәрсендән айырмалы, һыу ҡоштарына рәхәт, һауаны иңләйем тиһә, юғарыға күтәрелә, теләй икән, йылға-күлдәргә төшә”, – тип төрлөсә аңлатыуҙы дауам итәбеҙ бәләкәсебеҙгә. Донъя шулай яратылған, тереклек итергә уңайлы булһын өсөн Хоҙай Тәғәлә һәр йән эйәһенә тейешлеһен генә биргән.
Шуны онотмайыҡ, “һаҡланғанды үҙем һаҡлармын” тигән Хоҙай Тәғәлә. Һәр йәһәттән дә шикләнеп ҡарау кәрәк, тимәксемен. Мәҫәлән, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә – өйҙән сыҡҡанда газ плитәләренең кранын ябыу, электр ҡорамалдарын һүндереү, бала-сағаға күҙ-ҡолаҡ, юл йөрөгәндә абай булыу һәм башҡа һаҡлыҡ сараларын күргәндә, хәүеф-хәтәр һеҙҙе бер ҡасан да һағаламаҫ, иманым камил...
* батыусыны күреү менән ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә шылтыратығыҙ;
* ҡулығыҙға нимә эләгә – автомобиль тәгәрмәсе, ағас, таҡта киҫәге, хатта пластик бутылкалар – барыһын да уға ырғытығыҙ;
* нисек тә бәләгә тарыусының артҡы яғынан эләктерегеҙ;
* һыу төбөнә киткән кешенең ҡулынан, сәсенән һөйрәп сығарырға кәрәк;
* һыу өҫтөнә сығарғас та, башын өҫкә ҡаратығыҙ;
* көсөгөҙгә ышанмайынса тороп, һыуға ташланмағыҙ, юғиһә үҙегеҙ ҙә ҡорбан булыуығыҙ ихтимал.
* бәләгә тарыусыны ҡоро һәм тигеҙ урынға ятҡырығыҙ;
* өҫ кейемдәрен систерегеҙ;
* йөҙө менән ергә ҡаратып һалығыҙ;
* тын алмаған осраҡта яһалма тын алыш (ауыҙ йәки танау аша) яһатығыҙ;
* ике ҡул менән йөрәгенә баҫып, массаж яһағыҙ;
* 01 йәки 112 телефонына шылтыратып хәбәр итегеҙ.
Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, ғауғаға бирелмәгеҙ:
* мөмкин тиклем эргә-тирәләгеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә тырышығыҙ;
* “бөтәһе лә һәйбәт, ярға тиклем йөҙөп етәсәкмен” тигән маҡсат ҡуйыу зарур;
* арҡаға әйләнеп ятыу көс туплауға килтерә;
* нисек тә һыу йотмаҫҡа кәрәк;
* һыуға ҡалҡҡан саҡта күберәк һауа һулағыҙ;
* ҡулдарҙы тирә-яҡҡа һуҙығыҙ, аяҡтарҙы тарбайтығыҙ;
* ҡул-аяҡтарҙы һәр ваҡыт хәрәкәттә тотоғоҙ;
* батыусыны ҡотҡарыусы – батыусының үҙ ҡулында.
Ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәү бәләнән ҡотҡара:
* рөхсәт ителгән пляждарҙа ғына һыу инегеҙ;
* шикле урындарҙан йыраҡ йөрөгөҙ;
* эҫе көндә әлһерәгән килеш һыуға төшмәгеҙ;
* спиртлы эсемлектәр ҡулланыусыларға һыу инеү тыйыла;
* яр буйында уйнаған бала-сағаны күҙҙән яҙлыҡтырмағыҙ;
* шомло ятыуға бейектән һикермәгеҙ;
* хатта шаярып ҡына ла эргәгеҙҙәге кешене йылғаға этеп төшөрмәгеҙ;
* көсөгөҙҙө белмәйенсә йылғаны арҡыры йөҙөп сыҡмағыҙ;
* йылғаның тәрәнлеген үлсәр алдынан көсөгөҙҙө самалағыҙ.