Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 16:58

Ике ҡатын 315 миллион һумға байыған

315 миллион һумға кеше алдау! Башҡа һыймаҫлыҡ һандар кеүек. Ике Өфө ҡатыны тап ошо суммаға байыған.

315 миллион һумға кеше алдау! Башҡа һыймаҫлыҡ һандар кеүек. Ике Өфө ҡатыны тап ошо суммаға байыған.


Республика прокуратураһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2008 йылда 28 йәшлек ҡатын муниципаль милекте һәм транспортта ташыуҙы хосусилаштырыу өлкәһендә юғары килемле бизнес булдыра, имеш. Финанс пирамидаһының тәүге клиенттары икеләтә, хатта өсләтә килем ала. Аҙаҡ ул 43 граждандан һәм коммерция фирмаларынан 187 миллион һум аҡса йыя ла уны үҙ теләге буйынса тотоноп бөтә.


Артабан был ялған эшҡыуар “килемле эшкә” әхирәтен дә йәлеп итә. Улар икәүләшеп алдаҡ исемгә икенсе фирма теркәй һәм тағы ла алты кешенең аҡсаһын йәлеп итә. Улары йәмғеһе 128 миллион һумын юғалта.


Һөҙөмтәлә әшнәләр тотола. Суд 39 йәшлек ойоштороусыны 6,5 йылға, уның 42 йәшлек әхирәтен биш йылға иркенән мәхрүм итә. Шулай уҡ улар килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Был маҡсатта суд уларҙың 16 миллион һумлыҡ милкенә – Өфөләге йорт һәм ике автомобиленә арест һалған.


Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас в