Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 13:09

Уҡырға ингең килһә, 200 мең һум түлә

Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инергә теләүселәр бармы? Ни бары 200 мең һум түләргә кәрәк икән.

Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инергә теләүселәр бармы? Ни бары 200 мең һум түләргә кәрәк икән.


Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, полиция лейтенантының уҡырға инеүселәр исемлеге менән танышыу рөхсәте булған. Быйыл апрель айында ул бер абитуриенттың әсәһенә шылтыратып, ҡыҙын уҡырға индереү өсөн 200 мең һум аҡса һораған. Ә ысынбарлыҡта уҡытыусы был ҡарарға бер нисек тә тәьҫир итә алмаған.


Ҡатын ғариза менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән. Әсәнән 100 мең һум аҡса алған мәлдә уҡытыусыны төбәк ФСБ хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған.


Ир үҙенең ғәйебен таныған. Лейтенант эш урынынан ҡыуылған. Хәҙер енәйәт эшен суд ҡараясаҡ.


Фото: sterhluki.ru
Читайте нас: