Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2019, 18:57

Тәтешле яланына самолет төшкән

Тәтешле районы сигендә, Яңауылдан – 17, Пермь крайынан 4 километр алыҫлыҡтағы яланға еңел моторлы J-430 самолеты ултырырға мәжбүр булған. Был туралағы хәбәр диспетчерҙан Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының кризислы хәлдәр менән идара итеү үҙәгенә килә.

– Урынға шунда уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре сыҡты – ике берәмек техника һәм алты кеше, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм табиптар. Самолетты яланда тапҡандар, эсендә ике кеше булған. Вафат булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ, – тинеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, самолет двигателдәге түбән баҫым сәбәпле ултырырға мәжбүр булған.

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: