Күңелһеҙ ваҡиға булды ошо көндәрҙә. Өфөнөң билдәле карикатурасыһы Камил Буҙыҡаев Татарстандың фәхишәләре тураһында карикатура эшләп, интернетҡа һалғайны. Унда татар милли баш кейемендәге ярым шәрә ҡыҙ сәк-сәк тотоп, юл буйында тора. Уның “хеҙмәттәше” эргәһендә торған машинала “эш башлаған”. Өҫтәрәк “Ҡазанға рәхим итегеҙ” тигән яҙыу.
Буҙыҡаев был ҡылығын Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанға ингән саҡта бик күп фәхишәләрҙе осратыуы менән аңлатҡан.
– М7 буйлап йөрөп ҡайттым һәм бына ошондай тәьҫораттар ҡалды. Кешеләр был күренеште көн һайын үҙ күҙҙәре менән күрә. Ә ҡағыҙға күсергәс – үпкәләгәндәр. Аңлашылмай! – тип яуап бирҙе Камил Буҙыҡаев социаль селтәрҙәрҙә.
Әлбиттә, был шаярыу күрше республика вәкилдәренә оҡшаманы һәм улар прокуратураға мөрәжәғәт иткән.
Был хәлгә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та яуапһыҙ ҡалманы.
– Камил ижади кеше. Ҡайһы берҙә уның һүрәттәре миңә оҡшай, оҡшамаған саҡтары ла була. М7 Ҡазан юлы тураһындағы һүрәте – артыҡ! Төрлө ҡалаларҙағы әхлаҡи нормалар тураһында күпте әйтергә була, тик уларҙы милли билдәләр менән сағылдырыу дөрөҫ түгел. Минеңсә, уға беҙҙең туғандар менән бәхәсләшергә түгел, ә ғәфү үтенергә кәрәк, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙә.
Нимә тураһында һүҙ барғаны аңлашылһын өсөн, һеҙҙең иғтибарға һүрәтте тәҡдим итәбеҙ. Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта, дуҫтар?