Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 14:04

Ҡаһарманлыҡ онотолмай!

Бөгөн Учалы районының Сәфәр ауылында “Бейеклек 144,0” документаль-нәфис фильмының премьераһы үтә, ул ошо ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндың һәм уның полкташтарының иҫтәлегенә бағышланған.

Ҡаһармандар Латвия биләмәһендә урынлашҡан 144,0 тактик яҡтан мөһим бейеклеген дошмандарҙан һаҡлаған саҡта батырҙарса һәләк булған. Фильмды Ҡырғыҙстан киностудияһы төшөргән, сценарий Советтар Союзы маршалы Андрей Еременконың “Үс алыу йылдары” китабына таянып яҙылған.
Кино өҫтөндә эш 2018 йылдың октябрендә башланған, эпизодтар геройҙарҙың тыуған төйәктәрендә – Рәсәйҙә, Ҡырғыҙстанда, Үзбәкстанда, Латвияла һәм башҡа төбәктәрҙә төшөрөлгән. Сәфәрҙә иһә киноматографистар ағымдағы йылдың апрелендә булып киткән.
Кино Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, шулай уҡ федераль телеканалдарҙан да күрһәтеләсәк.

Фото: uchaly.bashkortostan.ru
Читайте нас: