Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2019, 14:12

Бензовоз менән автобус бәрелешкән. Ҡорбандар бар

Кисә киске 6-ла М5 “Урал” трассаһында Өфө бензовозы менән “Нефаз” автобусы бәрелешкән.

Кисә киске 6-ла М5 “Урал” трассаһында Өфө бензовозы менән “Нефаз” автобусы бәрелешкән.
Автобус боролған саҡта бензовозға юл бирмәгән, төкөшкәндән һуң ул юл катогына барып бәрелгән. Ҡурҡыныс авария Златоуст янында була, рейс автобусы Силәбе – Златоуст маршруты буйынса юлланған.


Юл-транспорт фажиғәһе мәлендә, автобуста 12 кеше булған. Һөҙөмтәлә, уларҙың икәүһе – ир һәм ҡатын үлгән, туғыҙ кеше дауаханала. Йәрәхәтләнгәндәр араһында алты йәшлек бала ла бар.


Аварияның шарттары, үлгәндәрҙең һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең шәхестәре асыҡлана.


Фото: pchela.news