Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2019, 18:11

Эшенән дә ҡалды, машинаһынан да

Ауырғазы районы дәүләт автоинспекцияһы начальнигының машинаһын тартып алғандар.

Фото: www.autonoleggisciuttini.it
Фото: www.autonoleggisciuttini.it
Ауырғазы районы дәүләт автоинспекцияһы начальнигының машинаһын тартып алғандар.
Хәл былай була. Етәксе 2017 йылда өс миллион һум тирәһе торған Land Cruiser 150 Prado маркалы еңел машина һатып ала, әммә килеме хаҡында белешмәлә был хаҡта мәғлүмәт бирмәй. Йылғыр етәксе шунда уҡ уны үҙенең әсәһенә һатыуы хаҡында документ төҙөй. Әсәһе тәүҙә уны бүтән кешегә осора ла аҙаҡ йәнә бер миллион һумға һатып ала.
Етәксе әфәнде үҙен үтә башлы тип иҫәпләһә дә, тотола. Ышанысын юғалтҡас, хәрби вазифаһынан бушатыла, автомобиле тартып алына.
Читайте нас: