Йәмғиәт
25 Июня 2019, 08:48

Луизаның туғандарынан генетик анализ алғандар...

Ни өсөн кәрәк булды был?..

Луиза Хәйруллинаның эшендә ниндәйҙер йәнлелек тойолдо.
Ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары уның туғандарының өйҙәрендә эҙләүҙәр үткәргән - полиция Луизаның атаһының, шулай уҡ уның ире Мараттың әсәһе һәм ағаһының өйөндә булған. Улар флешкалар, блокноттар һәм башҡа мәғлүмәт йөрөтөүсе әйберҙәрҙе алған. Быларҙың барыһы ла эште тикшереүҙә ярҙам итеүе ихтимал. Бынан тыш Луизаның туғандарынан генетик материалдар өлгөләре ла алынған. Бының да юғалған ғаиләнең эҙенә төшөүҙә ярҙам итеүе бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум самаһы аҡса урлап, бынан бер ай тирәһе элек ғаиләһе менән ғәйеп булғайны. Ошоға тиклем улар тураһында бер генә лә аныҡ мәғлүмәт юҡ ине. Был тарих тирәләй фараздар күп: кемдер ғаилә алдан планлаштырып, аҡса урлап ҡасҡан тиһә, икенселәр бында криминал булып, ғаиләне урлағандар, тигән фекерҙә.
Быға тиклем полиция хеҙмәткәрҙәре эштең барышы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәй ине.
Читайте нас