Йәй – йәмле ял миҙгеле генә түгел, янғын сығыу, һыуға батыу кеүек хәүефтәр менән янаған осор ҙа. Үкенескә ҡаршы, йыл да ҡабатланған урман янғындары быйыл ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Бының сәбәпсеһе – яҙҙың үтә йылы, иртә килеүе һәм бөгөнгәсә күпселек төбәктәрҙә яуым-төшөмдөң булмауы.
Статистиканан күренеүенсә, барлыҡ янғындарҙың 82 процентының сәбәбе кеше факторына барып тоташа, ҡалғаны йәшен арҡаһында сыға. Ғәҙәттә, тәбиғәттәге янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, шырпы, майлы сепрәк йәки сүс еп, ҡояш нурын сағылдырыусы быяла шешә, автомобиль осҡононан сығыуы ихтимал. Иҫке үләнде үртәү, урман йәки торф ятҡылығы янында сүп-сар яғыу янғын хәүефе менән янай. Әммә иң ныҡ таралған сәбәп – усаҡ яғыу.
Әлеге ваҡытта республиканың Урал аръяғы төбәгендә – Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһында ғәҙәттән тыш бишенсе класлы янғын хәүефе иғлан ителгән.
Урманда, ҡырҙа түбәндәге ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү күп бәләләрҙән ҡотҡарыр:
* һыҙылған шырпы, тәмәке төпсөгө ташламағыҙ;
* майлы, яныусан матдәләр һеңгән сепрәк һәм башҡа материалдарҙы ҡалдырып китмәгеҙ;
* двигатель багына яғыулыҡ ҡойоу, төҙөк булмаған машина ҡулланыу ҙа хәүеф сығанағы булыуы ихтимал; машина янында тәмәке тартмағыҙ йәки асыҡ ут яҡмағыҙ;
- шешә йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырмағыҙ, сөнки улар, ҡояш нурын сағылдырып, линза ролен үтәүе, йәғни ут тоҡандырыуы ихтимал;
* ағастар янында, урман аҡландарында үлән үртәмәгеҙ;
* ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылыҡтарында, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас төбөндә усаҡ яҡмағыҙ.
Әгәр урманда ут яғып, ризыҡ әҙерләргә кәрәкһә, киңлеге ярты метрҙан да кәм булмаған, тупраҡҡа тиклем таҙартылған майҙансыҡ әҙерләгеҙ. Һуңынан уны тупраҡ менән күмеп йәки төтәүе бөткәнсе һыу ҡойоп һүндереү мотлаҡ.
Республика урмандарында янғын хәүефһеҙлеген махсус мобиль төркөмдәр күҙәтеү аҫтында тота. Уның составына ҡотҡарыусылар һәм урмансылар индерелгән. Янғынға ҡаршы режим мәлендә тыйыуҙы һанға һуҡмаусыларға ҙур ғына штрафтар ҡаралған: ябай граждандарға – биш мең һумға, юридик шәхестәргә 500 мең һумға тиклем. Әгәр һеҙҙең ғәйеп менән урманда янғын сыҡһа, бер миллион һумға тиклем штраф һалыныуы бар.
Урманда ҙур булмаған янғынды нисек һүндерергә?
* Ялҡын телдәрен япраҡлы ағастарҙың ботаҡтары менән һуғып һүндерергә тырышығыҙ.
* Тупраҡ ташлап, аяҡ менән ныҡлап баҫҡылағыҙ.
* Әгәр ут сығыуына шаһит булып, уны үҙ көсөгөҙ менән һүндерә алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, хәүефле биләмәне тиҙ арала ҡалдырығыҙ, ут йүнәлешенә ҡарата перпендикуляр хәрәкәт итегеҙ.
* Янғын биләмәһенән сығыу менән был урын, уның майҙаны хаҡындағы мәғлүмәтте тейешле хеҙмәттәргә еткерегеҙ.