Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 05:10

Ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡайҙа?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы иғлан ителгән “Башҡортостан лидерҙары” кадрҙар проектында ҡатнашырға теләп, бер аҙна эсендә 3500 кеше теркәлгән.

Фото: Фото: leaders.bashkortostan.ru
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы иғлан ителгән “Башҡортостан лидерҙары” кадрҙар проектында ҡатнашырға теләп, бер аҙна эсендә 3500 кеше теркәлгән.
Уларҙың уртаса йәше – 35, араларында 85 проценты – ир-егет. Журналистар менән осрашыу барышында төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе һәм конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Александр Сидякин ҡатын-ҡыҙҙы ла әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Хәбәр итеүебеҙсә, проект ике өлөштән тора. “Идара итеү командаһы 2020 – 2025” конкурсына 25 – 45 йәшлектәр саҡырыла. Ул 17 июндән 5 сентябргә тиклем үтәсәк, проекттың сайтында 11 июлгә тиклем теркәлергә мөмкин. 17 декабргә тиклем дауам итәсәк “Башҡортостандың йәш лидерҙары” конкурсы 18 – 35 йәшлектәр араһында ойошторола, теркәлеү ваҡыты – 12 июлдән 1 авгусҡа тиклем.
Конкурстың финалы Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ойоштороласаҡ һәм унда иң яҡшы 100 ҡатнашыусы һайлап алынасаҡ.