Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 22:24

Бурысты ғәфү итерҙәрме?

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн "иҫкергән" бурысты ҡайтарыу файҙаһыҙ, тип иҫәпләй ҡайһы бер депутаттар.

Фото: mil-ru.ru
Фото: mil-ru.ru
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн "иҫкергән" бурысты ҡайтарыу файҙаһыҙ, тип иҫәпләй ҡайһы бер депутаттар. Әле ошо хаҡта закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелгән.
Рәсәй суды практикаһында иск биреү ваҡыты өс йыл, әммә идара итеүсе компаниялар ошо ваҡыттан һуң да бурыс талап итә тип әйтелә аңлатмала. Яңы үҙгәрештәр индереү иһә уларҙы был мөмкинлектән мәхрүм итәсәк.
Закон проекты авторҙарының береһе: "Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү документтарында бурысты, пеняны һаҡлау законға тап килмәй һәм нигеҙле түгел, граждандарҙың хоҡуғын боҙа", – ти. Шулай уҡ ул "иҫкергән" түләүҙәр арҡаһында кешеләрҙең субсидия ала алмауы, милекте һатыу хоҡуғының сикләнеүе хаҡында ла белдерҙе.
Әйткәндәй, яңыраҡ Премьер-министр Дмитрий Медведев торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә нигеҙһеҙ хаҡ арттырыуҙы тыйыу хаҡында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Читайте нас: