Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 20:02

Сериал дауам итә: Алибасов ағыуланғанмы, юҡмы?

Бари Алибасов дауахананан бик тиҙ сыҡҡас, ҡайһы бер кешеләр, уның ағыуланыуы алдаҡ, тип белдергәйне. Әле ул журналистарға был хаҡта рәсми белешмә күрһәткән.

Фото: kp.ru
Фото: kp.ru
Бари Алибасов дауахананан бик тиҙ сыҡҡас, ҡайһы бер кешеләр, уның ағыуланыуы алдаҡ, тип белдергәйне. Әле ул журналистарға был хаҡта рәсми белешмә күрһәткән.
Документ буйынса, Бари Кәрим улы Склифосовский исемендәге ашығыс ярҙам институтына 4 июндә киске сәғәт 10-да килтерелгән, ә 17 июндә киске сәғәт биш тулғанда дауахананан сыҡҡан.
Ул токсикология реанимацияһында 13 көн булған. Диагнозы – “яндырғыс шыйыҡса (“Крот”) менән химик ағыуланыу”, һөҙөмтәлә сирле “3-4-се дәрәжә ауыҙ ҡыуышлығы һәм ҡыҙыл үңәс, 2-се дәрәжә ашҡаҙан химик бешеүе”нә дусар булған. Өҫтәүенә Алибасов “сей яралы бешеү эзофагиты” һәм “интокцикациялы психоз” кеүек өҙлөгөүҙәргә юлыҡҡан.
Әйткәндәй, артист һәм уның элекке шәхси табибы араһында ла низағ тыуып тора. Улар, бер-береһен ғәйепләп, судлашырға йыйына. Тимәк, бер ай элек башланған “сериал” дауам итә...
Читайте нас: