Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2019, 19:47

Затлы автомобилен тартып алғандар

Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының суд приставтары һалым түләмәгән өсөн бер ҡатындың "Volkswagen Touareg" маркалы автомобилен ҡулға алған.

Башҡортостан Суд приставтары идаралығы сайтынан.
Башҡортостан Суд приставтары идаралығы сайтынан.
Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының суд приставтары һалым түләмәгән өсөн бер ҡатындың "Volkswagen Touareg" маркалы автомобилен ҡулға алған.
Ул күпмелер йыл элек эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында ҙур күләмдә күсемһеҙ милек алған, әммә һалым түләүгә яуаплы ҡарамаған. Һөҙөмтәлә дәүләткә 3,5 миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Суд приставтары хеҙмәткәрҙәре, һалым түләүҙе талап итеп, уға ҡарата туғыҙ тапҡыр башҡарыу эше ҡуҙғатҡан. Тик ҡатын быны етди ҡабул итмәгән.
Һөҙөмтәлә милек теркәү вәкәләте сикләнгән. Бынан тыш, хисап иҫәптәре тураһында ялған мәғлүмәттәр биргән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әгәр ҙә бурыстарын түләмәһә, ул автомобиленән дә, ер участкаһынан да ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Читайте нас: